Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәй Машина эшләүселәр союзы журналистарҙы конкурста ҡатнашыуға саҡыра

Йәмғиәт

Рәсәй Машина эшләүселәр союзы РФ Журналистар союзы менән берлектә киң мәғлүмәт саралары араһында машина эшләү тематикаһы буйынса V Бөтә Рәсәй мәҡәләләр конкурсы иғлан итә.

Бәйгелә ҡатнашыуға лицензиялы киң мәғлүмәт сараларының һәм интернет-баҫмаларҙың, мәғлүмәт агентлыҡтарының, радиостанциялар һәм телеканалдарҙың журналистары, шулай уҡ штаттан тыш авторҙар саҡырыла. Конкурста авторҙар коллективтары, шулай уҡ айырым авторҙар ҡатнаша ала.

Комиссия 2013 йылдың 1 ғинуарынан 31 авгусына тиклем донъя күргән эштәрҙе ҡабул итә.

Рәсәй Машина эшләүселәр союзының Башҡортостан бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, конкурс илдең машиналар эшләү тармағын яңыртыу тураһындағы мәғлүмәтте таратыу, техник һөнәрҙәрҙе популярлаштырыу, тармаҡҡа йәш белгестәрҙе йәлеп итеү маҡсатында ойошторола.

Эштәр август аҙағына тиклем ҡабул ителә. Конкурсҡа йомғаҡ 15 сентябргә тиклем яһаласаҡ. Еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетында «Рәсәйҙә машина эшләү тармағының киләсәге» бөтә Рәсәй конференцияһында үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть