8 декабрь, Кесе йома

06 август 2013 йыл, 15:26

Башҡортостан туристары Дондағы Ростов ҡалаһы эргәһендә аварияға осраған

автор: Ольга Мортазина

Стәрлетамаҡ туристары М-21 трассаһында ҙур аварияға осраған. Был хаҡта Дондағы Ростов ҡалаһының яңылыҡтар порталы хәбәр итә. Шишәмбе 5 сәғәт 40 минут тирәһендә Морозовск ҡалаһынан ете километр алыҫлыҡта «Волга» автомобиле менән Neoplan автобусы бәрелешкән. Автобуста 79 кеше булған, Башҡортостан туристары Анапанан ҡайтып килгән.

«Волга» автомобилендә булған водитель һәм бер пассажир ауыр йәрәхәттәр алған, ете йәшлек бала уны дауаханаға алып китеп барғанда йән биргән. Автобуста өс кеше зыян күргән – 39 йәшлек водитель, 58 йәшлек ир һәм 54 йәшлек ҡатын. 46 кеше икенсе автобусҡа күсеп ултырып, юлын дауам иткән. Ҡалғандары Морозовск ҡалаһының 6-сы мәктәбендә урынлаштырылған.

Алдан фараз итеүҙәренсә, авария «Волга» автомобиленең 24 йәшлек водителе ғәйебе менән булған, ул ҡаршы полосаға сыҡҡан.