Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

8 августа Аксаков исемендәге паркта Ураҙа байрамына арналған сара үтә

Йәмғиәт

Кесе йома, 8 августа, Аксаков исемендәге паркта «Ғаилә усағы. Ураҙа байрамы» исемле сара үтә. Байрамды ойоштороусылар булып Киров районы хакимиәте һәм «Оҫталар ҡалаһы» сығыш яһай.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, сара программаһында төрлө спорт-интеллектуаль уйындар, концерт, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Балалар өсөн махсус уйын программаһы ойоштороласаҡ.

Шулай уҡ сара сиктәрендә «Оҫталар ҡалаһы» менән тәҡдим ителгән күргәҙмә-йәрминкә эшләйәсәк, «Дармарка» һәм «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» хәйриә акциялары үткәреләсәк. Байрам сиктәрендә йыйылған барлыҡ бүләктәр балалар йорттарында һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән кескәйҙәргә тапшырыласаҡ.

Байрам ҡунаҡтарын күңелле сюрприздар көтә.

Сара 12.00 сәғәттә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть