6 декабрь, Шишәмбе

06 август 2013 йыл, 12:17

Берҙәм рәсәйлеләр «Земство табибы» проектын киңәйтергә тәҡдим итте

автор: Людмила Терновая

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе башланғысы менән Өфөлә «Башҡортостан Республикаһында 2020 йылға тиклем һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү программаһының төп аспекттары» исемле түңәрәк өҫтәл үтте, сараны Юғары иҡтисад мәктәбенең Һаулыҡ һаҡлау иҡтисады институты директоры Лариса Попович алып барҙы. Фекер алышыуҙа республиканың дауалау-профилактика учреждениеларынан баш табиптар, йәмәғәт ойошмалары, страховка компаниялары, Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды вәкилдәре, Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары ҡатнашты.

Лариса Попович билдәләүенсә, кадрҙар мәсьәләһе 30 июлдә үткән Дәүләт Советында ла тикшерелгән. Сарала «Земство табибы» проекты ыңғай баһа алған. Дәүләт Советында программаны киңәйтеү, ҡатнашыусыларҙың йәшен сикләмәү һәм бының менән ауылдарға тәжрибәле табиптарҙы йәлеп итеү буйынса тәҡдимдәр әйтеп ишеттерелгән.

Кадрҙар дефициты мәсьәләһен, Лариса Попович фекеренсә, медицина юғары уҡыу йорттарына махсус йүнәлтмә буйынса абитуриенттар ҡабул итеү кеүек йүнәлештәрҙе ҡулланып та хәл итеп була.

Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов хәбәр итеүенсә, әлеге йүнәлеш буйынса уңышлы эш алып барыу өсөн, йүнәлтмә аласаҡ абитуриенттарҙы ентекле һайлап алырға кәрәк. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң, улар тыуған яҡтарына ҡайтасаҡ. Бындай абитуриенттарҙы махсус комиссия һайлап алырға тейеш, уның составына үҙәк район дауаханаһының баш табибы инеүе шарт.

Түңәрәк өҫтәлдә шулай уҡ бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу һәм финанслау, мотлаҡ медицина страховкаһы һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде. Фекер алышыу йомғаҡтарын һәм тәҡдимдәрҙе депутаттар корпусына йүнәлтергә ҡарар ителде.