5 декабрь, Дүшәмбе

06 август 2013 йыл, 11:38

Өфөлә бал йәрминкәләре эшләй башланы

автор: Галина Бахшиева

5 августа Өфөлә, Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда IX бал йәрминкәһе эшләй башланы. «Башинформ» агентлығына Совет районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкә көн һайын 10.00 – 16.00 сәғәттәрҙә август аҙағына тиклем эшләйәсәк.

Дөйөм алғанда, Башҡортостандың барлыҡ тиерлек төбәктәренән 200-гә яҡын умартасы был байрамда ҡатнашыуға заявка биргән. Кисә үҙҙәренең татлы, шифалы продукцияһын Архангел, Белорет, Нуриман, Ауырғазы һәм башҡа райондарҙан килгән 70-кә яҡын умартасы тәҡдим итте.

Бал йәрминкәһе Башҡортостан баш ҡалаһында быйыл тәүгә үткәрелде, тип хәбәр иттеләр Өфөнөң Совет районы хакимиәтенән. Майҙанда шулай уҡ Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең лабораторияһы эшләй, ул шифалы ризыҡтың сифатын билдәләй.

Бөгөнгө көндә өс литрлыҡ банкалағы сәскә балы йәрминкәлә – 1300-1400 һумға, йүкә балы 1700 һумға тәҡим ителә.