8 декабрь, Кесе йома

06 август 2013 йыл, 10:01

Рөстәм Хәмитов «Николаевка» агросәнәғәт комплексында булды

автор: Эльвира Латипова,Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Өфө районы буйлап эш сәфәре барышында «Николаевка» агросәнәғәт комплексының теплица хужалығында булды.

Хужалыҡ ҡарамағында 616 гектар һөрөлгән ер бар, шуларҙың яртыһында – иген культуралары, дүрттән бер өлөшөндә йәшелсә үҫтерелә.

«Николаевка» агросәнәғәт комплексы «2012-2014 йылдарға Башҡортостан Республикаһында дөйөм һәм шәхси ҡулланылыштағы мелиоратив системаларҙы һәм айырым гидротехник ҡоролмаларҙы үҫтереү» программаһында ҡатнаша. 2011 йылдан алып республика бюджетынан йүнәлтелгән субсидия күләме — 4,5 миллион һумдан ашыу.

Хужалыҡта майҙаны ике гектар тәшкил иткән заманса теплица комплексы төҙөү планлаштырыла. Бындай комплекста йыл әйләнәһенә уңыш йыйыу ҡарала. Унан да бигерәк, уңыш артасаҡ, мәҫәлән, бер гектарҙан аграрийҙар 700 центнерға тиклем сөгөлдөр йыйырға ниәтләй.

2013 йылда продукция әйләнеше 38-44 миллион һум тәшкил итәсәк, тип көтөлә.

Киләсәктә агросәнәғәт комплексы биогаз ҡоролмаһы һатып алырға планлаштыра, ул ҡошсолоҡ фабрикаһының ҡалдыҡтарын эшкәртеп, теплицаларҙы йылытыу өсөн энергия бирәсәк. Ҡоролманың хаҡы – 179 миллион һум, уның ҡеүәте бер нисә бындай хужалыҡты йылытыу өсөн етәсәк.

— Бындай ҡоролманы һатып алыуҙа ярҙам итергә кәрәк. Ҡошсолоҡ фабрикаһының зыянлы ҡалдыҡтарын эшкәртеп энергия алыу — экология бизнесы, — тине Рөстәм Хәмитов, БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп.

Хужалыҡта ҡайһы бер проблемалар ҙа бар. Мәҫәлән, муниципаль милектә булған йәшелсә һаҡлау урынын ҡуртымға алыуҙы йыл һайын рәсмиләштерергә кәрәк, быға күп ваҡыт сарыф ителә. Рөстәм Хәмитов урында уҡ район етәкселеге менән һөйләшеп, был мәсьәләне хәл итте. Хәҙер йәшелсә һаҡлау урынын ҡуртымға алыу ун йылға бер тапҡыр рәсмиләштереләсәк.

Үҫемлекселектән тыш, хужалыҡта һарыҡсылыҡ тармағы ла үҫтерелә. Бөгөнгө көндә бында 714 һарыҡ аҫырала. Президент продукцияны һатыу мәсьәләһе хаҡында ҡыҙыҡһынды һәм шәхси предприятие хужаларынан Өфөгә ингән ерҙә ауыл хужалығы продукцияһын һатыу буйынса махсус логистика үҙәген төҙөүгә ҡарата үҙ фекерҙәрен белдереүен һораны. Асыҡланыуынса, хужалыҡта продукцияны һатыу менән проблемалар килеп тыумай. Аграр логистика үҙәген төҙөүгә килгәндә, аграрийҙар был идеяны хуплауҙарын белдерҙе.