9 декабрь, Йома

05 август 2013 йыл, 17:32

Башҡортостан Президенты «Өфөмебель» предприятиеһының етештереү майҙансыҡтарында булды

автор: Эльвира Латипова,Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө районы буйлап эш сәфәре барышында «Өфөмебель» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү майҙансыҡтарында булды.

Предприятиела айына 120 миллион һумлыҡ продукция етештерелә, бында 500-ҙән ашыу кеше эшләй. Уртаса айлыҡ эш хаҡы 31 мең һум тәшкил итә. Предприятие продукцияһы 600 мебель салонында һатыла, бынан тыш, «Өфөмебель» үҙенең ваҡлап һатыу селтәрен үҫтерә.

Алдағы ваҡытта предприятие майҙаны 26 мең квадрат метр тәшкил иткән яңы етештереү майҙансығын асырға ниәтләй. Был маҡсаттарға 1,2 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Проект 2014-2015 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ, тип көтөлә.

Рөстәм Хәмитов предприятиены үҫтереү мөмкинлектәре, уның проблемалары хаҡында ҡыҙыҡһынды. «Өфөмебель» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сергей Жетенев хәбәр итеүенсә, сеймал етешмәү төп мәсьәлә булып тора. «Ҡайһы бер һорауҙарҙы, атап әйткәндә, инфраструктура ойоштороу буйынса мәсьәләне хәл итеүҙә республика властарының булышлығына иҫәп тота алаһығыҙ», — тине Президент.

«Өфөмебель» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 1999 йылда булдырылған. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – мебель етештереү. Предприятиеның административ үҙәге, етештереү һәм склад майҙансыҡтары Өфө районының Михайловка ауылында урынлашҡан. Предприятие продукцияһы Рәсәй, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Украина һәм Белоруссияның 350 ҡалаһында тәҡдим ителә.