11 декабрь, Йәкшәмбе

05 август 2013 йыл, 15:11

Республика Президенты «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһының мөмкинлектәрен баһаланы

автор: Розалия Вәлиева, Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Дүшәмбе, 5 августа, Өфө районы буйлап эш сәфәре барышында республика Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһында булды, йомортҡаны сорттарға айырыу буйынса донъялағы иң ҡеүәтле машинаны ҡараны.

Сорттарға айырыу машинаһының составында — биш линия. Ул 2013 йылдың майында файҙаланыуға тапшырылған. Тәүлегенә машина 1,4 миллион йомортҡаны сорттарға айыра ала. Ағымдағы йылдың аҙағында предприятие бәләкәйерәк шундай уҡ машинаны сафҡа индерергә планлаштыра.

Рөстәм Хәмитовҡа предприятиеның минераль ашламалар етештереү буйынса пландары тураһында һөйләнеләр.

«Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһы Урал-Волга буйы агросәнәғәт төркөмө составына инә. Фабрика 1976 йылда төҙөлә башлаған, 1979 йылдың февралендә ул файҙаланыуға тапшырылған. Ҡошсолоҡ фабрикаһы эргәһендә Авдон ауылы төҙөлгән. Предприятие эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – йомортҡа етештереү. Көн һайын бында – 1,25 миллион дана, йылына 450 миллион дананан ашыу йомортҡа етештерелә. Продукцияның яңы төрҙәре үҙләштерелгән. Шулай уҡ бында йыл һайын ике мең тоннанан ашыу ҡош ите етештерелә.