3 декабрь, Шәмбе

05 август 2013 йыл, 14:32

Рөстәм Хәмитов: «Авдон ауылында заманса физкультура-сәләмәтләндереү комплексы төҙөлөргә тейеш»

автор: Розалия Вәлиева, Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

5 августа Өфө районы буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Авдон ауылындағы төҙөлөп бөтмәгән сәләмәтләндереү комплексын ҡараны.

Өфө районының Авдон ауылында спорт-сәләмәтләндереү комплексы 1998 йылда төҙөлә башлаған. Проект буйынса, бинала бассейн, спорт залдары, бильярд залы, ашхана ҡаралған. Объекттың тәүге исеме — «Авдон ауылының республика реабилитация үҙәге». Дәүләт заказсыһы – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, заказсы-төҙөүсе – БР Капиталь төҙөлөш идаралығы. 2003 йылда объектты спорт-сәләмәтләндереү комплексы итеп үҙгәртергә ҡарар ҡабул ителгән, әммә төҙөлөш эштәре бөгөнгө көнгә тиклем тамамланмаған.

«БашНИИстрой» институты спорт-сәләмәтләндереү комплексында тикшереү эштәре үткәргән һәм, төҙөлөш-монтажлау эштәрен дауам итергә мөмкин, тигән һөҙөмтә яһаған.

БР Хөкүмәтенең 2008 йылдың 21 июлендәге бойороғона ярашлы, объект Өфөнөң муниципаль милкенә күсерелергә тейеш булған, әммә ҡала хакимиәтенең объектты муниципаль милеккә ҡабул итеүҙән баш тартыуы сәбәпле ул күсерелмәгән. Объекттағы төҙөлөш-монтажлау эштәре 2008 йылдың июлендә туҡтатылған.

Объектҡа йүнәлтелгән средстволар күләме бөгөнгө көндә 52 миллион һум күләмендә баһалана. Шул иҫәптән «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһынан – 11 миллион һум, республика бюджетынан 41 миллион һум йәлеп ителгән.

Рөстәм Хәмитовҡа хәбәр итеүҙәренсә, төҙөлөш эштәрен тамамлау өсөн йәнә 300 миллион һум аҡса талап ителә.

— Бындай ҙур аҡсаны ун йылдан ашыу элек әҙерләнгән проектҡа йүнәлтеү дөрөҫ түгел, — тине Рөстәм Хәмитов. – 150-200 миллион һум суммаға яҡшы заманса физкультура-сәләмәтләндереү комплексын төҙөргә була.

Президент яҡын арала мәсьәләне хәл итеү варианттарын әҙерләргә ҡушты.