Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың 24 районында бесән әҙерләү буйынса план тулыһынса үтәлгән

Иҡтисад

Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларында 670 мең тонна бесән (92 процент), 1314 мең тонна сенаж (62 процент) әҙерләнгән, бер шартлы мал башына иҫәптә был уртаса 13,8 центнер мал аҙығы берәмеге тәшкил итә.

БР Ауыл хужалығы буйынса консультация үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, 24 районда — бесән, ике районда сенаж әҙерләү буйынса план тулыһынса үтәлгән.

Иң күп бесән түбәндәге райондарҙа әҙерләнгән: Ейәнсура (20 мең тонна), Күгәрсен (20 мең тонна), Көйөргәҙе (26,1 мең тонна), Мәләүез (24 мең тонна) һәм Хәйбулла (24,8 мең тонна) райондары. Сенаж әҙерләү буйынса Дүртөйлө (72,6 мең тонна), Илеш (58,3 мең тонна), Ҡырмыҫҡалы (50 мең тонна), Стәрлетамаҡ (59,3 мең тонна) һәм Саҡмағош (63,9 мең тонна) райондары аграрийҙары алда килә.

Архангел, Благовещен һәм Яңауыл райондары һәр шартлы мал башына запастар буйынса юғары күрһәткестәргә эйә, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть