3 декабрь, Шәмбе

05 август 2013 йыл, 12:08

Рәсәйҙең миллионлы ҡалаларынан йәш журналистар Өфө һәм Башҡортостан менән танышасаҡ

автор: Алик Шакиров

2015 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышын һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын үткәреүгә әҙерлек сиктәрендә 21-25 августа Өфөлә Халыҡ-ара йәш журналистар, фотохәбәрселәр һәм блогерҙар форумы үтәсәк. Унда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләттәр һәм Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Өфөгә илдең миллионлы ҡалаларында йәшәгән журналистар һәм блогерҙар араһында иғлан ителгән асыҡ конкурста еңеү яулаған ун кеше киләсәк. Бәйгене ойоштороусылар булып «2015 йылда Өфө ҡалаһында ШОС һәм БРИКС сараларын үткәреү өсөн шарттар булдырыу буйынса проекттарға ярҙам итеү офис-төркөмө» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡортостан Демократик йәштәр иттифағы менән берлектә Өфө хакимиәте сығыш яһағайны.

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форум ҡунаҡтары милли мәҙәниәт, йолалар, халыҡтар тарихы, шулай уҡ Өфөнөң һәм Башҡортостанда урынлашҡан башҡа райондарҙың сәнәғәт һәм инновацион мөмкинлектәре менән танышасаҡ.

Сарала ҡатнашыусыларҙы экскурсоводтар һәм тарихсылар оҙатып йөрөйәсәк.