Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премияға дәғүә итеүселәрҙән эштәр ҡабул ителә

Мәҙәниәт

БР Яҙыусылар союзы 1 августан 31 октябргә тиклем «Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премия»ға дәғүә итеүселәрҙән эштәр ҡабул итә.

Ғаризалар Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаларынан – Башҡортостан халыҡтары тормошон һәм хеҙмәтен сағылдырыуға, башҡорт әҙәбиәте, тәнҡите һәм фольклористикаһындағы мөһим проблемаларға арналған, йәмәғәтселектә танылыу яулаған талантлы, юғары художестволы әҫәрҙәр ижад иткән яҙыусыларҙан, шағирҙарҙан, шулай уҡ әҙәбиәтсе һәм фольклорсыларҙан ҡабул ителә.

Премияға тәҡдим ителгән эштәр күрһәтелгән көнгә тиклем кәмендә бер йыл эсендә матбуғатта баҫылып сыҡҡан булырға тейеш. Улар яҙыусылар ойошмалары, уҡыу йорттары, йәмәғәт берекмәләре, гәзит һәм журнал редакциялары, нәшриәттәр тарафынан күрһәтелә. Дәғүәселәрҙең йәше сикләнмәй.

Ғаризалар 450076, Өфө ҡалаһы, Коммунистик урамы, 34 адресы буйынса БР Яҙыусылар союзында ҡабул ителә. Телефон: 273-30-47.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премия» БР Яҙыусылар союзы тарафынан 2012 йылда булдырылды. Тәүге премияға «Сөләймән Мырҙабулатов – заманы һәм көрәше» китабы өсөн яҙыусы һәм тарихсы Заһит Солтанов лайыҡ булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть