Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзының башҡарма вице-президенты менән осрашты

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзының башҡарма вице-президенты Виктор Черепов менән осрашты.

— Башҡортостанда бизнес менән властың үҙ-ара килешеп эш итеүе буйынса ҙур тәжрибә тупланған, — тип билдәләне Виктор Черепов. – Республика Президенты менән осрашыу барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы араһында өс яҡлы килешеү төҙөү мәсьәләһен тикшерҙек, әлеге ваҡытта профсоюздар һәм Президент Хакимиәте менән килешеү процесы бара. Был РФ Хөкүмәте һәм Дөйөм Рәсәй эш тәҡдим итеүселәр берләшмәһе араһында Генераль килешеү төҙөүгә әҙерлек буласаҡ.

Осрашыу барышында шулай уҡ башҡа мәсьәләләр ҙә тикшерелде.

— Президент беҙ башҡарған эштәр хаҡында белә, Хөкүмәт менән Хакимиәт беҙҙең берләшмә менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, — тине Виктор Черепов. — Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы вәкилдәре бөтә консультатив органдарға инә, Хөкүмәт ултырыштарында ҡатнаша. Үҙ-ара фекер алышыу ойошторола, бизнес менән килешелгән ҡарарҙар ҡабул ителә.

Сарала шәхси эшҡыуарҙар өсөн һалым ставкаһының арттырылыуы тикшерелде.

— Был һалымды бөтөнләй бөтөрөү яҡлы сығыш яһаныҡ, 2014 йылдың 1 ғинуарынан барыһы ла элекке урынына ҡайтасаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Виктор Черепов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть