Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә сәнәғәт ҡалдыҡтары менән идара итеү системаһын камиллаштырыуға 12 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк

Йәмғиәт

Төбәктә 2013 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән «Башҡортостан Республикаһында сәнәғәт ҡалдыҡтары менән идара итеү системаһын камиллаштырыу» республика маҡсатлы программаһы раҫланды. Республика Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына 2013 йылдың 31 июлендә  ҡул ҡуйылды.

Бөтә төр сығанаҡтарҙан программаны финанслау күләме 12 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк.

— Сәнәғәт ҡалдыҡтары менән идара итеү системаһын камиллаштырыуға йүнәлтелгән саралар комплексын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу программаның төп маҡсаты булып тора. Шулай уҡ заманса технологиялар һәм утилләштереү алымдарын индереү, сәнәғәт ҡалдыҡтарын эшкәртеү, ҡалдыҡтар менән бысранған ер участкаларын тергеҙеү, тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү мөһим йүнәлештәр булып тора, — тип хәбәр итте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.  

Муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәренә урындарҙа шундай уҡ программалар ҡабул итергә, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү тармағын үҫтереүгә булышлыҡ итергә, экологик йәһәттән зыян килтергән объекттарҙы бөтөрөү буйынса саралар күрергә тәҡдим ителде.

Программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә бер йыл эсендә барлыҡҡа килгән производство ҡалдыҡтарының дөйөм күләмендә файҙаланылған һәм зыянһыҙландырылған сәнәғәт ҡалдыҡтары өлөшө 24 процентҡа артырға тейеш, шулай уҡ ҡалдыҡтар менән бысранған ер участкаларының дөйөм майҙанында тергеҙелгән ерҙәр өлөшө 10 процентҡа тиклем артырға тейеш. Бынан тыш, программа сиктәрендә 2020 йылға Башҡортостанда урынлашҡан туғыҙ сәнәғәт ҡалдыҡтары объектын бөтөрөү планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть