10 декабрь, Шәмбе

02 август 2013 йыл, 16:34

Балтас районында ауыр холоҡло үҫмерҙәр һәм етем балалар өсөн лагерь ойоштороласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

5 августа Балтас районында «Батыр» профилле спорт лагеры эшләй башлаясаҡ. Ул милли спорт төрҙәре буйынса махсуслашҡан. Лагерҙа 10-16 йәштәрҙәге 60-ҡа яҡын бала ял итәсәк. Нигеҙҙә, был ауыр холоҡло үҫмерҙәр, ауыр тормош хәлендә ҡалған һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар.

Смена программаһында спорт ветерандары, полиция хеҙмәткәрҙәре, хәрби комиссариат вәкилдәре менән осрашыуҙар, күнекмәләр, тәбиғәткә сығыу, төрлө ярыштар һәм конкурстар ҡаралған.

Проект авторы, Балтас районының йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Илнур Сираев һүҙҙәренсә, профилле лагерь ойоштороу идеяһы юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгән.

— Район үҫеп килеүсе быуынды физик яҡтан тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә. Был йүнәлештә әүҙем эшмәкәрлек алып барабыҙ. Бөгөнгө көндә беҙҙә ете меңдән ашыу кеше физик культура, спорт һәм туризм менән шөғөлләнә. Үткән йылда 120 спорт сараһы үткәрелде, уларҙа туғыҙ мең кеше ҡатнашты, — тип хәбәр итте Илнур Сираев.

Лагерь үҙ эшен 18 августа ҙур спорт ярыштары менән тамамлаясаҡ. Бәйге йомғаҡтары буйынса барлыҡ еңеүселәр грамоталар һәм бүләктәр менән тәбрикләнәсәк.