Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Башҡортостан малсылыҡ тармағын үҫтереүгә федераль бюджеттан субсидия аласаҡ

Иҡтисад

Рәсәй Хөкүмәте 2013 йылға малсылыҡ тармағын үҫтереү буйынса иҡтисади йәһәттән мөһим булған төбәк программалырына ярҙам итеү буйынса субсидия бүлеү тәртибен раҫланы. Был маҡсаттарға федераль бюджеттан 1,8 миллиард һум аҡса бүленәсәк, тип хәбәр ителә БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтында.

2013 йылда субсидиялар илдең 31 субъекты араһында бүленәсәк. Был исемлеккә Башҡортостан да инә. Әлеге субъекттарҙың программалары Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы менән һайлап алынған. Уларҙы тормошҡа ашырыу итле һәм ҡатнаш тоҡом малының һанын 159 мең башҡа арттырырға мөмкинселек бирәсәк.

«Башинформ» агентлығына БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ләйсән Хәйретдинова хәбәр итеүенсә, республиканың иҡтисади йәһәттән мөһим булған туғыҙ программаһы федераль бюджеттан субсидия аласаҡ. Улар араһында һыйыр, күркә, бройлер итен етештереүҙе үҫтереү, һарыҡсылыҡ, сусҡасылыҡ тармаҡтарын үҫтереү буйынса программалар бар.

2013 йылда БР Ауыл хужалығы министрлығы менән әҙерләнгән 24 маҡсатлы программа араһынан Рәсәйҙең аграр ведомствоһы бөтәһе 12 республика программаһын һайлап алған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть