11 декабрь, Йәкшәмбе

02 август 2013 йыл, 13:46

Төбәктең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Мәләүез районында граждандарҙы ҡабул итте

автор: Людмила Терновая

Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова Мәләүез районында граждандарҙы ҡабул итте. Осрашыу алдынан ул Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығында һәм халыҡты социаль хеҙмәтләнереү буйынса комплекслы үҙәктә булды. Ҡарттар йорто, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют та иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Министр урынбаҫары учреждениеларҙа йәшәү шарттары, белгестәрҙең эшмәкәрлеге менән танышты, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Граждандар менән осрашыуҙа Мәләүез районы хакимиәте һәм ҡаланың социаль хеҙмәттәре вәкилдәре ҡатнашты. Кешеләр торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, эшкә урынлашыу, инвалидлыҡты билдәләү, дарыуҙар менән тәьмин ителеү, пенсия мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итте. Министр урынбаҫары һәр һорау буйынса аңлатмалар бирҙе, мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса тейешле хеҙмәттәргә күрһәтмәләр бирҙе.

Ольга Кабанова билдәләүенсә, граждандар менән бындай осрашыуҙар үткәреү — барлыҡ министрлыҡ һәм ведомстволар эшмәкәрлегенең мөһим һәм айырып алғыһыҙ өлөшө. Бындай саралар әүҙем үткәрелергә тейеш, улар мәсьәләне ваҡытында асыҡларға һәм уны хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә.