Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә йәштәр өсөн ойошторолған вакансиялар йәрминкәһендә меңдән ашыу эш урыны тәҡдим ителде

Иҡтисад

Өфө предприятиелары һәм ойошмалары йәштәр өсөн ойошторлған вакансиялар йәрминкәһендә меңдән ашыу эш урыны тәҡдим итте.

— Йәштәр өсөн үткәрелгән сираттағы күп профилле вакансиялар йәрминкәһендә банк хеҙмәттәрен күрһәтеү, страховкалау, белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, сауҙа, дөйөм туҡланыу, сәнәғәт һәм төҙөлөш өлкәләрендә эшләгән 50 предприятие һәм ойошма ҡатнашты, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең бүлек начальнигы Ирина Турчина.

Вакансиялар йәрминкәһенә 250-нән ашыу кеше килде, уларҙың барыһы ла эш тәҡдим итеүселәр менән әңгәмәләшеүҙә ҡатнашты. Һөҙөмтәлә 175 кеше эшкә саҡырыу алды.

22 августа баш ҡаланың халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте йәштәр өсөн аҙаҡҡы йәйге вакансиялар йәрминкәһен ойошторасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть