10 декабрь, Шәмбе

02 август 2013 йыл, 12:25

Пётр Капишников: «Бүздәк балалар йорто – республикала ғына түгел, тотош илдә иң яҡшыларҙың береһе»

автор: Әлим Фәйезов

Кесе йома, 1 августа, Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Петр Капишников Ғафури ауылында урынлашҡан Бүздәк балалар йортонда булды, тип хәбәр итте «Буздякские новости» гәзите хеҙмәткәре Люциә Дистанова.

Балалар йорто директоры учреждение буйлап экскурсия үткәрҙе, балаларҙың ял бүлмәләре, китапхана, тренажер һәм музыка залдары, медицина кабинеты менән таныштырҙы. Бөгөнгө көндә балалар йортонда 39 сабый тәрбиәләнә. Улар өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Эргәлә генә мәктәп бар. Былтыр унда капиталь ремонт эшләнгән.  

Баш федераль инспектор учреждениеға юғары баһа бирҙе. Бүздәк балалар йорто республикала ғына түгел, тотош илдә иң яҡшыларҙың береһе булып тора, тине ул.

Кескәйҙәр өсөн бында музыка, спорт, ҡул эштәре, бейеү менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр булдырылған. Социаль педагог кабинеттарында, уйын, тренажер залдарында, китапханала кәрәкле әҙәбиәт тупланған, балаларҙы һәр яҡлап үҫтереү өсөн кәрәкле ҡорамалдар һәм аппаратура бар.

Эш сәфәренә йомғаҡ яһап, БР буйынса баш федераль инспектор балалар йортонда һәм, ғөмүмән, Бүздәк районында булыу унда йылы тәьҫораттар ҡалдырыуын билдәләне.