5 декабрь, Дүшәмбе

02 август 2013 йыл, 11:26

Башҡортостанда 60 ҡатын «Әсәлек даны» миҙалы менән наградланды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Кесе йома, 1 августа, Башҡортостанда 60 ҡатын «Әсәлек даны» миҙалы менән наградланды. Сараны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова алып барҙы. Уның һүҙҙәренсә, әсәләргә һәр яҡлап иғтибар күрһәтелергә тейеш. Шуға күрә республика властары алып барған дәүләт сәйәсәте, тәү сиратта, әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.

— Үткән йылда ғына балалы ғаиләләргә күрһәтелгән матди ярҙам 3 миллиард 200 миллион һум тәшкил итте. Бындай пособиелар һәм башҡа төрлө түләүҙәр балиғ булмаған балалар тәрбиәләнгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында бирелә. Быйылдан башлап йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан кәмерәк булған күп балалы ғаиләләр 1,5-3 йәштәге һәр бала өсөн өс мең һум күләмендә пособие ала. Шулай уҡ ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырыла. Уның суммаһы уртаса 2,5 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Бөгөнгө көнгә 170 ғаилә бындай сертификаттарға эйә булды, йәнә меңдән ашыу ғаилә сиратта тора, — тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова.

Вице-премьер һүҙҙәренсә, иң мөһиме – ғаиләләргә, айырыуса күп бала тәрбиәләгән парҙарға тейешле ихтирам күрһәтеү. Йәмғиәттә был һирәк осрай торған күренеш кеүек ҡабул ителергә тейеш түгел, быға барыһы ла ынтылырға тейеш.

— Был йүнәлештә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк: балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләү, уларҙы ғаилә ҡиммәттәренә өйрәтеү зарур. Бәхетле, уңышлы булыуҙың сере тап ошонда. Дауаханалар, юлдар төҙөү менән, республиканың бәләкәй граждандары ғаиләһен ҡәҙерләмәһә, Ватанын яратмаһа, бер ниндәй ҙә иҡтисади программалар, миллиардлаған аҡсалар беҙгә ярҙам итә алмаясаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер.