Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Республиканың 40 муниципалитетында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Иҡтисад

Аномаль эҫе һауа торошо, ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәре һәләк булыу арҡаһында Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән 39 муниципаль районда һәм Күмертау ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде.

Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, аномаль һауа шарттары арҡаһында ауыл хужалығы ойошмаларына килтерелгән зыян 3,6 миллиард һум тәшкил итә.

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың ауыл хужалығы министрлығына зыян күләмдәрен кәметеү буйынса саралар планын әҙерләргә, ауыл хужалығы культуралыры һәләк булыуҙан сығымдарҙы ҡаплауға документтар әҙерләүҙе һәм уларҙы Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығына йүнәлтеүҙе ойошторорға ҡушылды.

Муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтарына ҡоролоҡ эҙемтәләрен кәметеү буйынса саралар ҡабул итеү һәм 20 авгусҡа тиклем Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығына ауыл хужалығы культуралары һәләк булыуҙан килтерелгән зыянды дәлилләгән документтар йүнәлтеү бурысы йөкмәтелде.

Белешмә. Әбйәлил, Әлшәй, Асҡын, Ауырғазы, Баймаҡ, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Бишбүләк, Благовещен, Борай, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Шишмә, Яңауыл райондарында һәм Күмертау ҡалаһында 2013 йылдың 30 июленән 30 авгусына тиклем ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть