Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.37 ↓

EUR 60.59 ↑

31 март, Йома

Уфа   °

Иглин районында «Башҡорт балы байрамы» үтте

Йәмғиәт

Йыл һайын үткәрелеүсе «Башҡорт балы байрамы» быйыл Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында үтте. Урындағы умартасылар бал байрамдарында һәм йәрминкәләрҙә йыл да әүҙем ҡатнаша. Сараны ойоштороусылар булып муниципаль район хакимиәте менән берлектә БР Халыҡтар дуҫлығы йорто сығыш яһаны. Сарала ауылдан сыҡҡан билдәле кешеләр, шул иҫәптән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина ҡатнашты.

Байрамға БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Вельмир Аҙнаев, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов саҡырылды.

Ҡунаҡтар тирмәләрҙе ҡарап сыҡты, ауыл биләмәһенең билдәле умартасылары менән танышты. Һәр тирмәлә бал сорттары күргәҙмәләре, умартасыларҙың эшмәкәрлеге тураһында фотостендтар тәҡдим ителде. Байрам ҡунаҡтары өсөн матур концерт ойошторолдо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть