6 декабрь, Шишәмбе

01 август 2013 йыл, 16:13

БДПУ студенты Болгарияла үткән XXII Йәйге Сурдлимпия уйындарында өс алтын миҙал яуланы

автор: Эльмира Сабирова

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура факультеты студенты Илья Тришкин Болгарияла үткән XXII Йәйге Сурдлимпия уйындарында йөҙөү буйынса өс алтын миҙал яуланы. Спортсы шулай уҡ 200 метрлыҡ дистанцияла комплекслы йөҙөү буйынса бронза миҙалға ла эйә булды, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән. Икенсе курс студенты Игорь Аширов етәкселеге аҫтында шөғөлләнә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, XXII Йәйге Сурдлимпия уйындары Софияла үтә. Ярыштар 5 августа тамамлана.