5 декабрь, Дүшәмбе

01 август 2013 йыл, 15:42

Баш ҡалала балиғ булмағандар эше буйынса бүлек етәкселәренең семинар-кәңәшмәһе үтә

автор: Ольга Мортазина

Өфөлә балиғ булмағандар эше буйынса бүлек етәкселәренең ике көнлөк семинары башланды. Һуңғы биш йыл эсендә Башҡортостанда балалар енәйәтселеге кимәле ике тапҡырҙан ашыуға кәмегән, был илдәге иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе булып тора. Сара барышында Волга буйы, Көньяҡ һәм Төньяҡ-Кавказ федераль округтарының инспекция, комиссия, белем һәм тәрбиә биреү учреждениелары вәкилдәре ғаилә именһеҙлеген һәм балалар енәйәтселеген иҫкәртеү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Семинар эшендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы ойоштороу буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Виктор Ким ҡатнаша.

БР буйынса эске эштәр министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Виктор Михайлов билдәләүенсә, республикала полиция хеҙмәткәрҙәренә власть һәм урындағы үҙидара органдары ҙур ярҙам күрһәтә. Төбәктең эшләнмәләре менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова таныштырҙы. Ул балиғ булмағандар өсөн «комендант сәғәте»н индереүҙең ыңғай һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне. Өҫтәмә белем биреү учреждениеларын оптималләштереү тураһында һүҙ йөрөтөп, вице-премьер республикала ревизия үткәрелеүен белдерҙе. Ревизия һөҙөмтәле эшләгән, балаларға ҡыҙыҡлы булған түңәрәктәрҙе һәм клубтарҙы асыҡларға һәм һаҡлап ҡалырға мөмкинселек биргән.

— Финанс ресурстар тап шул өҫтәмә белем биреү учреждениеларына йүнәлтелде. Шул уҡ ваҡытта эште дөрөҫ йүнәлештә алып барғанда, ҙур аҡсалар талап ителмәй. Муниципалитеттарҙың береһендә хәүеф төркөмөнә ҡараған 30 бала һайлап алынды һәм улар өсөн аҙнаһына ике тапҡыр бушлай бассейнға йөрөү ойошторолдо. Һөҙөмтәлә ҡалала енәйәтселек кимәле ике тапҡырға кәмене, — тип һөйләне вице-премьер.

Лилиә Ғүмәрова ведомство-ара килешеп эш итеү мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бүлде. Уның һүҙҙәренсә, республика Хөкүмәте ҡарамағында эшләгән Ведомство-ара совет кеүек ойошмалар хәҙер һәр муниципалитетта булдырылған. 2012 йылда 8773 ғаилә иҫәптә торған, уларҙа 19031 бала тәрбиәләнә. Райондар өсөн иң мөһиме – бындай ғаиләләрҙе күрә белеү һәм уларҙың һәр береһенә айырым ярҙам күрһәтеү. Был бик ауыр эш, әммә үҙ-ара килешеп эш итеүҙең көслө һәм һөҙөмтәле сараһы булып тора.

Ҡайһы бер мәсьәләләр федераль кимәлдә хәл итеүҙе талап итә. Улар араһында – опека органдарының штатын ҙурайтыу (ике мең балаға бер белгес булырға тейеш), имен булмаған ғаиләләр тураһында полицияға хәбәр итеүҙең хоҡуҡи нигеҙен тәьмин итеү һәм башҡалар. Лилиә Ғүмәрова фекеренсә, барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең берҙән-бер сараһы – ғаилә институтын нығытыу. Шул уҡ ваҡытта имен булмаған ғаиләләр менән генә түгел, ә балаларын лайыҡлы граждандар итеп тәрбиәләргә теләгән ғәҙәти ғаиләләр менән дә эшләү, уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мөһим. Вице-премьер һүҙҙәренсә, беҙ күп ваҡыт баланың үҙен генә айырып ҡараныҡ. Был дөрөҫ түгел. Тик ғаиләлә генә уның хоҡуҡтары тулыһынса яҡланасаҡ, тик ғаиләлә генә ул ысын мәғәнәһендә бәхетле буласаҡ. Айырылышыуҙар әҙ булған һайын бәхетһеҙ балалар һаны ла әҙерәк була, тине Лилиә Ғүмәрова.

Семинар-кәңәшмәнең икенсе көнөндә балиғ булмағандар эше буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре махсус учреждениеларға барасаҡ, республикала был өлкәлә әҙерләнгән төрлө проекттар менән танышасаҡ.