Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың йәш эшҡыуарҙары конкурста ҡатнашыуға саҡырыла

Йәмғиәт

1 августа Башҡортостанда «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул ителә башланы.

Бәйгелә 14-30 йәштәрҙәге бизнесмендар ҡатнаша ала. Еңеүселәр түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнәсәк: «Уңышлы старт», «Социаль яуаплы бизнес», «Студенттар бизнесы», «Инновацион бизнес», «Ауыл хужалығы», «Производство» һәм башҡалар.

Заявкаларҙы 20 сентябргә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10 адресы буйынса БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына ебәрергә кәрәк. Телефондар: 8(347)251-57-11, 251-14-75. Шулай уҡ бәйгенең интернет-сайтында электрон төрҙә заявкалар ҡабул ителә.

Конкурс тураһында положение БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының рәсми сайтында урынлаштырылған.

Еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар менән бүләкләнәсәк. Бынан тыш, иң яҡшы проекттар авторҙары Бөтә Рәсәй конкурсына Мәскәүгә барасаҡ. Федераль кимәлдәге сара ноябрҙә үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть