5 декабрь, Дүшәмбе

01 август 2013 йыл, 11:56

Өфөнөң Мәжит Ғафури урамындағы скверҙа Мөхәббәт ағасы булдырыласаҡ

автор: Эльвира Латипова

Өфө ҡалаһы Киров районының Мәжит Ғафури урамындағы сквер тулыһынса тышҡы йөҙөн үҙгәртәсәк.

Әлеге ваҡытта унда тротуарҙағы плиткалар алмаштырыла. Проектҡа ярашлы, бында декоратив ҡоймалар ҡуйыласаҡ, баҫҡыстар алмаштырыласаҡ. Ҡала хакимиәте мәғлүмәте буйынса, скверҙа 63 фонарь һәм 23 эскәмйә урынлаштырыу планлаштырыла. Шулай уҡ йәшелләндереү эштәрен башҡарыу, ағас ултыртыу ҡарала.

Ике скульптура композицияһы — «Мөхәббәт ағасы» һәм «Асылған китап» Киров районының иҫтәлекле урындарына әүереләсәк.