11 декабрь, Йәкшәмбе

01 август 2013 йыл, 11:27

Республикала берҙәм округ буйынса парламент һайлауында 12 сәйәси партия ҡатнашасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы берҙәм округ буйынса сәйәси партиялар тарафынан тәҡдим ителгән БР бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар исемлеген раҫланы.

Көн элгәре комиссия «Рәсәйҙең «Йәшелдәр» экологик партияһы», «СССР-ҙа тыуғандар» партияһы, «Ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙары партияһы»ның төбәк бүлексәләренең кандидаттар исемелеген теркәне. Шулай итеп, Башҡортостан парламентына депутаттар һайлауҙа 12 сәйәси партияның төбәк бүлексәләре ҡатнашасаҡ.

— Һайлау кампанияһының мөһим этабы тамамланды. Барлыҡ 12 сәйәси партияның канидаттар исемлектәре теркәлде, — тине БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев.

Бынан тыш, Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Йыйылышына депутаттар һайлауҙа тауыш биреү өсөн берҙәм республика округы буйынса һайлау бюллетенендә һайлау берләшмәләренең исемдәрен һәм эмблемаларын урынлаштырыу өсөн йәрәбә һалыу тәртибен һәм ваҡытын раҫланы.