4 декабрь, Йәкшәмбе

01 август 2013 йыл, 10:20

Башҡортостан Президенты Ҡаҙағстандың Павлодар өлкәһе башлығы Ерлан Арын менән осрашты

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡаҙағстандың Павлодар өлкәһе башлығы Ерлан Арын менән осрашыу үткәрҙе. Унда төбәктәрҙең хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде.

Ҡаҙағстан делегацияһы Өфөгә шаршамбы, 31 июлдә, килде. Көндөң тәүге яртыһында ҡунаҡтар ике яҡлы бизнес-форумда һәм «Рәсәй һәм Ҡаҙағстан: сәйәси-хоҡуҡи, иҡтисади һәм социаль-мәҙәни хеҙмәттәшлек нигеҙҙәре» конференцияһында ҡатнашты.

Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, Ҡаҙағстан республиканың мөһим сауҙа-иҡтисади партнерҙарының береһе булып тора. 2012 йылда тауарҙар әйләнеше 190 миллион долларҙан ашыу тәшкил итте. Был күрһәткес буйынса Ҡаҙағстан республиканың партнер илдәре араһында — 16 урында, БДБ илдәре араһында дүртенсе урында тора.

Башҡортостанда Ҡаҙағстан капиталы ҡатнашлығында 24 предприятие, өс филиал һәм Ҡаҙағстан компанияларының өс вәкиллеге булдырылған.

— Тауарҙар әйләнешен үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, тип уйлайым, — тине Рөстәм Хәмитов. – Таможня Союзын булдырғандан һуң бизнес менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттарҙы иҫәпкә алғанда, был айырыуса мөһим.

Башҡортостан Президенты хеҙмәттәшлек итеүҙең иң мөһим йүнәлештәрен билдәләне. Атап әйткәндә, ул Павлодар өлкәһенә Башҡортостанда эшләнгән троллейбустар, ҡала автобустары, прицептар кеүек машиналарҙы поставкалау мөмкинлектәрен тикшерергә тәҡдим итте. Ә Башҡортостандың еңел сәнәғәт предприятиелары Ҡаҙағстандан күн сеймал ҡабул итергә әҙер. Башҡортостан партнерҙарына шулай уҡ тоҡомло мал, ауыл хужалығы техникаһын, белем биреү хеҙмәттәрен тәҡдим итә ала.

Ерлан Арын һүҙҙәренсә, Павлодар өлкәһе – Ҡаҙағстандың алдынғы индустриаль төбәктәренең береһе, һәм Рәсәй уның өсөн алдынғы тышҡы иҡтисади партнер булып тора.

— Ҡаҙағстанда ҡулланылған электр энергияһының 50 проценты беҙҙә етештерелә, — тип хәбәр итте Ерлан Арын. – Былтырҙан башлап Рәсәйҙең электр энергияһы баҙарына «Интер РАО ЕЭС» компанияһының партнерҙары булараҡ сығабыҙ.

Төбәк башлығы һүҙҙәренсә, Ҡаҙағстан Башҡортостанды үҙҙәрендә кальцинацияланған сода етештереүҙе ойоштороу буйынса проектты тормошҡа ашырыу өсөн партнер итеп саҡырырға ниәтләй.

Ерлан Арын хәбәр итеүенсә, 2011 йыл аҙағында өлкәлә төҫлө металлургия, химия һәм нефть химияһы өлкәләрендә һалым ташламалары һәм өҫтөнлөклө компетенцияларҙы күҙ уңында тотҡан ирекле иҡтисади зона ойошторолған. Зона юғары кимәлдәге инфраструктура, электр энергияһы, һыу менән тәьмин ителгән.

— Өлкәлә 600-ҙән ашыу предприятие Рәсәй компаниялары менән хеҙмәттәшлек итә. Башҡортостан Републикаһы компаниялары менән дә хеҙмәттәшлек булдырыу беҙҙең өсөн үтә мөһим, — тине Павлодар өлкәһе етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов һәм Ерлан Арын Башҡортостан Президенты менән Павлодар өлкәһе башлығы араһында үткәрелгән һөйләшеүҙәр йомғаҡтары буйынса протоколға ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ ике баш ҡала кимәлендә үҙ-ара килешеп эш итеү тураһындағы документ – Өфө хакимиәте һәм Павлодар акиматы араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник йүнәлештәр буйынса, мәҙәниәт, мәғариф, спорт һәм йәштәр сәйәсәте өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса ниәттәр тураһында протокол раҫланды.