10 декабрь, Шәмбе

01 август 2013 йыл, 9:13

Рөстәм Хәмитов БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫарын тәғәйенләне

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Валерий Беловты БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Валерий Белов 1960 йылда Өфөлә тыуған. Өфө авиация институтын һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда Куйбышев тимер юлының Дим районындағы энергия һаҡлау участкаһында электромонтер булып башлай. Төрлө йылдарҙа инженер, завод начальнигы ярҙамсыһы, коммерция директоры, менеджер булып эшләй.

1999 йылдан Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт Аппаратында эшләй. Алдынғы белгес, баш белгес, баш консультант, советник вазифаларын башҡара.

2008 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем БР Ауыл хужалығы министрлығының аҙыҡ-түлек баҙарҙарын үҫтереү бүлеге начальнигы вазифаһын биләй.