10 декабрь, Шәмбе

31 июль 2013 йыл, 17:27

Республикала һунарсылар өсөн ҡырағай йәнлектәрҙе аулауға лимит билдәләнде

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

Башҡортостанда 2013 йылдың 1 авгусынан 2014 йылдың 1 авгусына тиклемге осорға һунар ресурстарын аулауға лимит билдәләнде. 2013 йылдың 30 июлендәге РП-192 һанлы тейешле бойороҡҡа республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һунар ресурстарын аулауҙың максималь лимиты түбәндәгесә: мышы – 1192 баштан, себер ҡоралайы – 775, ҡабан – 8824, һоро айыу – 204, бурһыҡ – 262, һеләүһен 3 баштан артмаҫҡа тейеш.

Билдәләнгән һунарсылыҡ биләмәләрендә тояҡлы ҡырағай хайуандарҙы аулау һунарсылыҡ хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәренең күҙәтеүе аҫтында буласаҡ, тип билдәләнеләр ведомствола.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Йәнлектәр донъяһы объекттарын һаҡлау буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән йыл менән сағыштырмаса, лимиттар ярайһы уҡ арттырылған.

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ҡырағай йәнлектәрҙе аулауға йәрәбә һалыуҙа ҡатнашыу өсөн һунарсыларҙан йәмғеһе 13 мең ғариза ҡабул ителгән.

темалар: һунарсылыҡ