9 декабрь, Йома

31 июль 2013 йыл, 15:49

Башҡортостандың туғыҙ районында сәсеүлектәрҙе борсаҡ һуҡҡан

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың туғыҙ районында ҡайһы бер сәсеүлектәрҙе борсаҡ һуҡҡан. Аномаль эҫе һауа торошонан һуң республикаға борсаҡлы ҡойма ямғырҙар килде. Ҡайһы бер райондар өсөн был ысын мәғәнәһендә бәләгә әүерелде, белгестәр килтерелгән зыянды иҫәпләй.

Төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ҡойма ямғырҙар һәм борсаҡ яуыу сәбәпле Благовар районында 6384 гектар майҙанда ауыл хужалығы культуралары һәләк булған. Улаҙың күпселек өлөшөн яҙғы иген культуралары тәшкил итә. Шулай уҡ ужым, техник һәм мал аҙығы культуралары зыян күргән.

Бүздәк районында йәмғеһе 3474 гектар майҙанда ауыл хужалығы культуралары зыян күргән.

Аҙна эсендә Мәләүез, Әлшәй, Стәрлетамаҡ, Бүздәк, Благовар, Кушнаренко, Яңауыл, Ҡалтасы һәм Асҡын райондарында борсаҡ яуыуы теркәлгән. Иң ҙур борсаҡ бөртөктәре (ҙурлығы 30 миллиметрҙан ашыу) Мәләүез районының метеорология станцияһында теркәлгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҙурлығы 20 миллиметрҙан ашыу булған борсаҡ яуыуын белгестәр хәүефле күренеш тип иҫәпләй.

темалар: ауыл хужалығы