Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Мәләүез районы хужалыҡтары һауым буйынса өс меңлек сикте үтте

Иҡтисад

Мәләүез районы хужалыҡтары йыл башынан алып һәр һыйырҙан уртаса өс мең килограмм һөт һауып алған. Был — республикала һауым буйынса өс меңлек сикте үткән дүртенсе район. Бығаса был күрһәткес Стәрлетамаҡ (бөгөнгө көнгә – 3482 кг), Саҡмағош (3454 кг) һәм Тәтешле (3102 кг) райондарында теркәлде. Республика буйынса уртаса күрһәткес 2333 килограмға тиң.

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда һәр һыйырҙан тәүлегенә уртаса 12,9 килограмм һөт һауып алына. Иң күп һөт Стәрлетамаҡ (17,4), Ауырғазы (16,4) һәм Мәләүез (16,4) райондарында етештерелә.

Республикала тулайым һауым 865 477 тонна тәшкил итте, шуларҙың 391 628 тоннаһы ауыл хужалығы предприятиеларына һәм фермер хужалыҡтарына тура килә. Шәхси хужалыҡтарҙан 52 907 тонна һөт һатып алынған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть