10 декабрь, Шәмбе

31 июль 2013 йыл, 12:09

Ҡырмыҫҡалы районында 17 йәшлек үҫмер тыуған көнөндә батып үлгән

автор: Ольга Мортазина

Ҡырмыҫҡалы районында Яңы Ҡыйышҡы ауылы кешеләре 17 йәшлек егеттең тыуған көнөн билдәләгән. Йәштәр эскән килеш Ағиҙел йылғаһының һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урынында һыу ингән. Көтмәгәндә тыуған көнөн билдәләгән үҫмер һыу аҫтына киткән. Батып барыусыға ярҙам итә алмайынса, ваҡиға шаһиттары ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән. Урындағы халыҡ ярҙамға килгән – улар мәйетте водолаздар килгәнгә тиклем һыу төбөнән сығарған.

«Һыу инергә булһағыҙ, бының өсөн махсус тәғәйенләнгән урындарҙы ғына һайлағыҙ. Балаларға иғтибарлы булығыҙ, иҫерек килеш һыу инергә йөрөмәгеҙ», — тип кәңәш итә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы.