4 декабрь, Йәкшәмбе

31 июль 2013 йыл, 10:54

Рөстәм Хәмитов: «Сибайҙа иҡтисад, сәнәғәт тармаҡтары, бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫеш ала»

автор: Розалия Вәлиева, Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Сибайҙа иҡтисад, сәнәғәт тармаҡтары, бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫеш ала. Был хаҡта Сибайға эш сәфәре йомғаҡтары буйынса журналистар менән аралашыу барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

— Ҡала башлығы был йүнәлештә ышаныслы эшмәкәрлек алып бара, ҡаланың етештереү күләмдәренең 25 проценты – бәләкәй эшҡыуарлыҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. – Сибай өсөн был бик яҡшы күрһәткес. Бөгөн ҙур булмаған предприятиеларҙы ҡарап сыҡтыҡ. Улар үҫешә, етештереү күләмдәре арта. Кредиттар алып, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам фондтары аша бирелгән мөмкинлектәрҙе файҙаланып, объекттар төҙөргә ҡурҡмайҙар. Был бик мөһим йүнәлеш.

Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү программаһын республика Президенты һөҙөмтәле тип иҫәпләй.

— Программа, әлбиттә, тейешенсә әҙерләнде, уны ҡабул итеү дөрөҫ булды, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, Урал аръяғына инвесторҙар йәлеп итеү өҫтөндә әүҙем эшләй башланыҡ. Инвестициялар мөһим йүнәлеш булып тора: ресурстар йәлеп итеү менән төбәктә предприятиелар төҙөлә башлаясаҡ, эш урындары барлыҡҡа киләсәк.

Президент халыҡтың иҡтисади әүҙемлеге артыуын билдәләне.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, ҡалала хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, аҙыҡ-түлек сәнәғәте өлкәһендә эшләүсе ҙур предприятие — «Урал аръяғы продукттары» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте банкротлыҡ сигендә. Шулай ҙа, дөйөм алғанда, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, процесс дөрөҫ йүнәлештә бара.