11 декабрь, Йәкшәмбе

31 июль 2013 йыл, 9:55

Сибайҙа социаль торлаҡ һәм балалар баҡсалары төҙөлә

автор: Розалия Вәлиева, Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Рөстәм Хәмитов Сибайға эш сәфәре барышында 55 фатирлы күп ҡатлы йорт төҙөү барышы менән танышты. Биш ҡатлы йорт Интернациональ тыҡрығы, 4/1 адресы буйынса урынлашҡан. Декабрҙә уны файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

Төҙөлөш эштәрен «Оптима С» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара. Финанслау күләме – 47 миллион 993 мең һум. Яңы йорттан 35 етем балаға фатир биреү күҙаллана, ике фатир — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, туғыҙы – уҡытыусылар, бишәүһе йәш ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән, дүрт фатирҙы ҡуртымға биреү планлаштырыла.

Дүртенсе кварталда Сибайҙа 35 фатирлы йәнә бер социаль йорт төҙөлә башлаясаҡ.

Республика Президенты шулай уҡ яңы төҙөлгән «Әкиәт» балалар баҡсаһында булды. Бина 135,7 миллион һум күләмендәге бюджет средстволарына төҙөлгән. Проект буйынса, балалар баҡсаһы 220 урынға иҫәпләнгән. Ғәмәлдә иһә бында 260 сабый ҡабул ителгән. 2014 йылда урындарҙың һанын 280-гә тиклем арттырыу планлаштырыла.

Ноябрҙә ҡалала йәнә бер балалар баҡсаһы асылырға тейеш. Яңы объект Көнсығыш биҫтәһендә былтыр төҙөлә башлаған. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урындар етмәү сәбәпле төҙөлөш барышында проектты үҙгәртергә тура килгән. Тәүге вариант буйынса учреждение 140 урынға иҫәпләнгән булған, хәҙер иһә бында 180 бала ҡабул ителәсәк. Смета буйынса хаҡы – яҡынса 97 миллион һум.

Сибай буйлап эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов урындағы халыҡ менән аралашты. Ҡаланы төҙөкләндереүгә бәйле төрлө мәсьәләләр тикшерелде. «Сибай гимназия-интернаты» дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы директоры Роза Бикбова ла үҙ һорауы менән мөрәжәғәт итте. Уның һүҙҙәренсә, Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙммәттең БР буйынса идаралығы май айында учреждениеға майҙандың нормативтарға ярашлы булмауы тураһында бойороҡ йүнәлткән. Был мәсьәләне үҙ аллы хәл итеү мөмкин түгел. Гимназия-интернатта республиканың ете районынан 280 бала уҡый. Рөстәм Хәмитов мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә һүҙ бирҙе.

Роза Бикбова һүҙҙәренсә, белем биреү учреждениеһында мәғариф системаһын яңыртыу программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Программа ярҙамында бында ике компьютер класы асылған. Быйыл тәүгә балалар тулыһынса дәреслектәр менән тәьмин ителгән – ата-әсәләргә китаптар һатып алырға тура килмәйәсәк.