10 декабрь, Шәмбе

30 июль 2013 йыл, 16:52

Рөстәм Хәмитов Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалында булды

автор: Розалия Вәлиева, Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Сибай ҡалаһына эш сәфәре барышында урындағы тау-байыҡтырыу производствоһының экологияға йоғонтоһо хаҡына ҡыҙыҡһынды. Республика етәксеһе Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалында урынлашҡан таҙартыу ҡоролмаларын ҡараны.

Станция 2012 йылдың майында файҙаланыуға тапшырылған. Объектҡа йәмғеһе 200,4 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Проект буйынса, таҙартыу ҡоролмалары сәғәтенә 400 кубометрға тиклем һыуҙы эшкәртә ала. Ғәмәлдә иһә 360 кубометр һыу таҙартыла.

Бында шахта һәм ташландыҡ тоҡомдар өйөмө аҫтындағы һыуҙарҙы таҙартыу буйынса төрлө ысулдар ҡулланыла. Рөстәм Хәмитов ҡулланылған технологияларҙың һөҙөмтәлелеге хаҡында ҡыҙыҡһынды. Белгестәр һүҙҙәренсә, дөйөм алғанда, Сибай филиалының таҙартыу ҡоролмалары һыуҙағы зарарлы матдәләрҙең концентрацияһын бер мең тапҡырға кәметә.

Таҙартылған һыу Ҡарағайлы йылғаһына ағып төшә. Сибай хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов һүҙҙәренсә, таҙартыу ҡоролмалары ни бары бер йыл ғына ҡулланыла, әммә был ваҡыт эсендә экологик хәл күпкә яҡшырған.

Махсус майҙандан республика Президенты Сибай карьерын ҡараны. Уның тәрәнлеге яҡынса 500 метр тәшкил итә. Карьер эшләй башлағандан алып бында 110 миллион тонна баҡыр рудаһы сығарылған һәм баҡыр иретеү заводтарына ебәрелгән. Быйыл – һуңғы 20 йыл эсендә тәүгә – геологик эҙләнеүҙәр башланған. Был маҡсатҡа Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты 50 миллион һум аҡса күсергән. 2020 йылға тиклем комбинат 867 миллион һум йүнәлтергә ниәтләй.

Рөстәм Хәмитов сеймал запастары тураһында һорашты. Белгестәр билдәләүенсә, тикшерелгән запастар Сибайға — 15 йылға, ә яңы ятҡылыҡтарҙағы запастарҙы иҫәпкә алғанда – 50 йылға етә.

Шулай уҡ төбәк башлығы аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөү өсөн блоктар етештереүсе предприятиела — «Урал аръяғы йылылыҡ блогы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды.

Ҙур булмаған производство март айында булдырылған. Уны асыу өсөн 4 миллион һум күләмендә инвестициялар кәрәк булған. Бөгөнгө көндә бында алты кеше эшләй, уртаса эш хаҡы ҙур түгел – айына 12 мең һум.

Рөстәм Хәмитов «Урал аръяғы йылылыҡ блогы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директоры Илдар Дәүләтбаев менән һөйләште. Эшҡыуар һүҙҙәренсә, блоктар Европа технологияһы буйынса етештерелә, әммә технология урындағы сеймалға ҡулайлаштырылған. Республика Президенты блоктарҙың төҙөлөш стандарттарына тап килеү-килмәүе хаҡында ҡыҙыҡһынды. Илдар Дәүләтбаев хәбәр итеүенсә, бөтә кәрәкле сертификаттар бар, продукция стандарттарға ярашлы етештерелә. Блоктарҙы аҙ ҡатлы йорттар төҙөгәндә ҡулланырға мөмкин.

Республика етәксеһе бәләкәй предприятие хеҙмәткәрҙәренә яңы продукцияны ғәмәлдә ҡулланырға кәңәш итте. Уның һүҙҙәренсә, ер һатып алып, йорттар һалырға кәрәк. Тик шул осраҡта ғына һатып алыусыларҙы йәлеп итергә була. Әҙер йорт булғанда, кешеләр материалдар менән дә ҡыҙыҡһына башлай.