6 декабрь, Шишәмбе

30 июль 2013 йыл, 14:39

Республика Президенты «Сибайлеспром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды

автор: Розалия Вәлиева, Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Рөстәм Хәмитов ағасты тәрән эшкәртеү буйынса предприятиела — «Сибайлеспром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Ул Баймаҡ районының Икенсе Моҡас ауылында урынлашҡан.

Бында таҡта, брус, евровагонка, плинтустар һәм башҡа изделиелар етештерелә. Апрелдә ағас эшкәртеү буйынса заманса комплекс төҙөлә башлаған. Генераль подрядсы булып «Джи.И» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай.

Бөгөнгө көндә ағасты бысыу һәм тәрән эшкәртеү буйынса цехта төҙөлөш-монтажлау эштәре алып барыла, ҡаҙанлыҡ төҙөлә.

Предприятиела йылына 160 кубометрға тиклем ағас эшкәртеү планлаштырыла. Яңы производство файҙаланыуға тапшырылғандан һуң, өҫтәмә 89 эш урыны булдырыласаҡ.

Инвестицияларҙың дөйөм күләме – яҡынса 150 миллион һум.

Рөстәм Хәмитов кадрҙар менән тәьмин ителеш хаҡында ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, был йүнәлештә компания Сибайҙың 24-се лицейы менән эшләй. Лицей БР Мәғариф министрлығының 12 миллион һум күләмендәге грантына лайыҡ булған. Был аҡсаға уҡыу йорто ағас эшкәртеү ҡорамалдары һатып алған.

«Сибайлеспром» йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Ивашечкин һүҙҙәренсә, сеймал тик республикала ғына һатып алына. Сеймал менән тәьмин иткән иң алыҫ хужалыҡ предприятиенан 150 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Бөгөнгө көндә предприятиела 50 кеше эшләй, уртаса эш хаҡы – 13,5 мең һум.

Сибайға эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов шулай уҡ «Технострой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды.

2006 йылда булдырылған предприятиела асфальт-бетон ҡатнашмалары өсөн цемент, ауырайтҡыс, минераль порошок етештерелә. Рөстәм Хәмитов продукцияны һатыу мәсьәләһе тураһында һорашты. «Технострой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге һүҙҙәренсә, компания продукцияһын Свердловск, Иркутск, Омск, Сахалин өлкәләрендә һатып алалар. Быйыл «Башкиравтодор» 940 тонна минераль порошок һатып алған.

Компанияла 28 кеше эшләй, уртаса эш хаҡы 23 мең һум тәшкил итә.