Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

БР Дәүләт Йыйылышы вице-спикеры Рафаил Зинуров Салауат Юлаев ордены менән наградланды

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге өсөн юғары дәүләт наградаһына – Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.

Рафаил Зинуров дүртенсе саҡырылыштың иң әүҙем парламентарийҙарының береһе булып тора. Юридик фәндәр докторы, профессор, ун китап һәм йөҙгә яҡын ғилми публикация авторы. Күп йылдар төбәк Прокуратураһы системаһында, шулай уҡ БАССР Юғары Советы Секретариатында, Президент Хакимиәтендә һәм БР Хөкүмәт Аппаратында эшләне.

Рафаил Нариман улы әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара, Рәсәй менән Әрмәнстандың дуҫлығын һәм хеҙмәттәшлеген нығытыуға күп көс һала. Журналистар союзы, Яҙыусылар союзы һәм Рәссамдар союзы ағзаһы ла ул. Рәсәй этнологтар һәм антропологтар ассоциацияһына инә. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть