Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда әсәлек капиталына 160 мең сертификат тапшырылған

Йәмғиәт

Башҡортостанда әсәлек (ғаилә) капиталына 160 меңдән ашыу сертификат тапшырылған, уларҙың 14 меңе йыл башынан алып тапшырылған. Төбәктең Пенсия фондынан хәбәр итеүҙәренсә, әсәлек капиталы республикала йәшәгән 91 000 ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам иткән. 53 мең ғаилә әсәлек капиталы средстволары менән тулыһынса файҙаланған.

Сертификат средстволары йышыраҡ торлаҡ кредиттарын һәм займдарҙы ҡаплауға тотонола: 64 меңдән ашыу ғаилә сертификат ярҙамында өлөшлтә йәки тулыһынса торлаҡ кредиттарын ҡаплаған. Пенися фондының район һәм ҡалаларҙа урынлашҡан Идаралыҡтары был маҡсаттарға 20,5 миллиард һум аҡса йүнәлткән.

— Рәсәй Пенсия фонды идаралығында кредит алмайынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 27 725 ғариза ҡабул ителде, һәм был маҡсаттарға 7,4 миллиард һум аҡса йүнәлтелде, — тип һөйләне Рәсәй Пенсия фонды Идараһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы буйынса идарасы Фоат Хантимеров. – Балаларға белем биреүгә 1 764 ғариза ҡабул ителде, улар буйынса 62,5 миллион һум аҡса күсерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть