9 декабрь, Йома

30 июль 2013 йыл, 11:51

Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән - Сибайҙа

автор: Розалия Вәлиева

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Сибайға юлланды. Бында ул бер нисә сәнәғәт һәм социаль объекттарға барырға планлаштыра. Улар араһына – ағас эшкәртеү һәм ағас изделиелар етештереү буйынса махсуслашҡан «Сибайлеспром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, асфальт-бетон ҡатнашмалары өсөн компоненттар етештереүсе «Технострой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Бынан тыш, республика етәксеһе «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибайҙағы филиалына, «Урал аръяғы йылылыҡ блогы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә барасаҡ.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов 55 фатирлы күп ҡатлы йорт төҙөү барышы менән танышасаҡ. Төҙөлөш эштәре социаль торлаҡ төҙөү программаһы сиктәрендә алып барыла. Бынан тыш, төбәк башлығы 220 урынға иҫәпләнгән «Әкиәт» балалар баҡсаһын ҡараясаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт — «Башинформ» агентлығының киләһе хәбәрҙәрендә.