Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә ете меңгә яҡын өфөлө иҫәптә тора

Иҡтисад

Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә бөгөнгө көндә ете меңгә яҡын өфөлө иҫәптә тора, уларҙың 6,5 меңе – эшһеҙ. 5,5 меңдән ашыу эшһеҙ пособие ала, тип хәбәр иттеләр Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән.

Бөгөнгө көндә Башҡортостан баш ҡалаһында рәсми эшһеҙлек кимәле 1,15 процент тәшкил итә. Көсөргәнешлек коэффициенты, йәғни эшһеҙҙәр менән вакансиялар нисбәте 0,44-кә тиң.

Баш ҡаланың вакансиялар банкында 16 мең эш урыны иҫәпләнә. 2013 йыл башынан Өфөнөң халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә йәмғеһе 95 меңгә яҡын вакансия тураһында мәғлүмәт ҡабул ителгән.

Был ваҡыт эсендә 14 мең өфөлө эш эҙләүселәр сифатында иҫәпкә ҡуйылған, 7,7 мең кеше эшһеҙ тип танылған. Йыл башынан алып 8,6 меңдән ашыу эшһеҙ иҫәптән төшкән, 10,7 мең кеше эшкә урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть