8 декабрь, Кесе йома

30 июль 2013 йыл, 10:43

Стәрлетамаҡ менән Златоуст үҙ-ара хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй

автор: Людмила Терновая

Стәрлетамаҡ һәм Златоуст вәкилдәре сауҙа-иҡтисади, социаль һәм мәҙәниәт өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөргә ниәтләй. Бындай ҡарар Златоуст делегацияһының Стәрлетамаҡ ҡалаһына визиты сиктәрендә ҡабул ителде. Эшлекле визит Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге рәсми вәкиле Амур Хәбибуллиндың ярҙамы менән ойошторолдо.

Делегация составына Златоуст ҡала округы башлығы Вячеслав Жилин, уның урынбаҫарҙары Роман Болотов һәм Дамир Ғәлиәкбәров инде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенән.

Делегация ағзалары Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Алексей Изотов менән осрашты. Визит сиктәрендә ҡунаҡтар ҡаланың етештереү предприятиеларында — «Башҡортостан сода компанияһы», «Төҙөлөш материалдары», «Электр селтәрҙәре» акционерҙар йәмғиәттәрендә, сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексында, шулай уҡ «Стәрлетамаҡ-Арена» физкультура-һауыҡтырыу комплексында, Гагарин исемендәге ял паркында булды.

Осрашыу һуңында артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килешелде. Килешеү проектын Златоуст делегацияһы ағзалары әҙерләгән дә инде, әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ вәкилдәре үҙ тәҡдимдәрен әҙерләй.

Златоуст башлығы Вячеслав Жилин Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Алексей Изотовҡа йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм Башҡортостандағы коллегаларын сентябрҙә Златоуст ҡалаһына яуап визиты менән килергә саҡырҙы.