8 декабрь, Кесе йома

30 июль 2013 йыл, 9:56

Иҫке Ҡалмашта ауыл тарихы тураһындағы китаптың презентацияһы үтте

автор: Эльмира Сабирова

«Иҫке Ҡалмаш ауылының 1917 йылға тиклемге тарихы» китабының беренсе баҫмаһы донъя күрҙе. Урындағы Мәҙәниәт йортонда уның презентацияһы үтте.

Китап авторы – ошо ауылда тыуып үҫкән Насибулла Тимашев. Тарих фәндәре кандидаты 1958 йылдан алып үҙенең бәләкәй ватаны тураһында мәғлүмәт туплаған.

— Беҙҙең ауыл тарихы бихисап архив документтарынан, ҡарттарҙың хәтирәләренән йыйылған, ентекле эшкәртелгән һәм фотоһүрәттәр менән байытылған, — тип һөйләне Насибулла Тимашевтың ейәнсәре Гөлнара. – Ҡартатайым Пенза, Ырымбур өлкәләренең, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларының архивтарын өйрәнгән.

Документтарға ярашлы, Иҫке Ҡалмаш ауылының тарихы 1709 йылдан башлана. Тап шул осорҙа ауылға Пенза өлкәһе татарҙары күсеп килгән. Китапта ауылға нигеҙ һалыусы Аҡсуриндар, Тимашевтар, Макуловтар, Кашаевтар, Казаевтар, Сакаевтар, Йәнбухтиндар нәҫелдәре тураһында мәғлүмәт бар.

Тикшеренеү эштәрен Насибулла Тимашев 1982 йылда тамамлаған. Һәм, ниһайәт, 2011 йылда ғалимдың хеҙмәте китап булып баҫылып сыҡты. Рус һәм татар телдәрендә донъя күргән баҫманың тиражы – 250 дана.