8 декабрь, Кесе йома

30 июль 2013 йыл, 9:20

Башҡортостан вәкилдәре «Селигер-2013» форумының аҙаҡҡы сменаһында ҡатнаша

автор: "Башинформ"

«Селигер-2013» бөтә Рәсәй йәштәр форумының аҙаҡҡы сменаһында Башҡортостандан 80-дән ашыу кеше ҡатнаша. 5 августа тамамланасаҡ сарала Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалалары, Белорет, Туймазы, Учалы райондары вәкилдәре көс һынай.

Быйыл лагерь өс сменала эшләй. Йәштәр проекттары форумы һәм Эшлекле форум үҙ эштәрен тамамланы ла инде. Ошо көндәрҙә Тверь өлкәһендә Граждандар форумы үтә.

Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән йыйылған йәштәр туғыҙ йүнәлеш буйынса үҙ проекттарын тәҡдим итә. Улар араһында — «Эшләүсе йәштәр», «Рәсәйҙең патриотик клубтары», «Йәштәр ойошмалары сменаһы», «Йәштәр туризмы», «Студенттар ойошмалары», «Йәш экологтар» һәм башҡалар.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы хеҙмәткәре Мария Сивенко һүҙҙәренсә, «Йәштәр ойошмалары сменаһы»нда Башҡортостандан 30-ҙан ашыу кеше ҡатнашасаҡ. Йәмғеһе был майҙансыҡта бөтә илдән меңдән ашыу активист көс һынашасаҡ. Был аҙаҡҡы сменаның иң ҙур сараһы булмаҡсы. Йәштәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар ойоштороласаҡ. Һәләтле ҡыҙҙар һәм егеттәр менән билдәле сәйәсмәндәр, тарихсылар, алдынғы уҡытыусылар эшләйәсәк.

Ойоштороусылар белдереүенсә, форумдың башҡа майҙансыҡтарында ла ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк.

темалар: селигер,йәштәр