10 декабрь, Шәмбе

29 июль 2013 йыл, 17:16

Төбәктең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Өфөлә граждандарҙы ҡабул итәсәк

автор: Людмила Терновая

2 августа «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова граждандарҙы ҡабул итә.

Осрашыу барышында балалы ғаиләләргә һәм әҙ тәьмин ителгән грждандарға социаль ярҙам күрһәтеү, инвалидтарҙы техник реабилитациялау саралары менән тәьмин итеү, халыҡ мәшғүллеге, шулай уҡ хеҙмәт мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы мәсьәләләр тикшереләсәк.

Граждандар менән осрашыу Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73 адресы буйынса үтәсәк.

Алдан яҙылыу өсөн телефондар: 8 (347) 272-40-82; 276-51-81.

Башлана – 14.30 сәғәттә.