4 декабрь, Йәкшәмбе

29 июль 2013 йыл, 16:25

Тәтешле районында «Оҫталар ҡалаһы» барлыҡҡа киләсәк

автор: Эльмира Сабирова

1 августан Тәтешле районында «Усточикар» («Оҫталар ҡалаһы») төбәк-ара балалар лагеры эшләй башлаясаҡ. Быйыл унда Башҡортостан, Удмуртия, Пермь крайынан 100-гә яҡын һәләтле үҫмер ҡатнашасаҡ.

Лагерь БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡортостан удмурттарының милли-мәҙәни үҙәге, Тәтешле районы хакимиәте ярҙамы менән ойошторола.

Ике аҙна дауамында балалар ял итеү менән бер рәттән үҙҙәренең һәләттәрен дә күрһәтәсәк: улар артист, музыкант, йырсы, бейеүселәргә әүереләсәк. Лагерҙа Башҡортостан һәм Удмуртиянан фольклор, эстрада һәм башҡа өлкә белгестәре эшләйәсәк.

Үҫмерҙәрҙе «түңәрәк өҫтәлдәр», ижади конкурстар, төрлө уйын майҙансыҡтары, экскурсиялар, спорт ярыштары көтә.