3 декабрь, Шәмбе

29 июль 2013 йыл, 16:07

Краснокама районының Воробьев ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына һәйкәл асылды

автор: Людмила Терновая

Краснокама районының Воробьев ауылында 1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташ яугирҙарға һәйкәл асыу тантанаһы үтте.

Обелиск мәрмәрҙән яһалған, унда 27 яуирҙың исем-фамилияһы уйып яҙылған. Ауылда бындай һәйкәл асыу идеяһы бер йыл элек барлыҡҡа килгән. Монумент айырым кешеләрҙең финанс ярҙамы менән урынлаштырылған, уның биләмәһе лә төҙөкләндерелгән.

Һәйкәл асыу уңайынан Воробьев ауылында митинг ойошторолдо, унда район етәкселеге, райондың Ветерандар советы вәкилдәре, ауыл халҡы ҡатнашты. Бер минут тын торғандан һуң, сарала ҡатнашыусылар һәйкәлгә сәскәләр һалды. Сара хәрби парад менән тамамланды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.