Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан туристарына ярҙамға - аңлатмалы һүҙлек

Мәҙәниәт

«Китап» нәшриәтендә «Башҡортостан турисының аңлатмалы һүҙлеге» тип аталған яңы китап донъя күрҙе. Баҫма Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған, ул туризм һәм туриндустрияның күпселек төрҙәрендә ҡулланылған терминдар һәм төшөнсәләрҙән тора. Шулай уҡ китапта республикала туризм өлкәһенең үҫеш тарихы тураһындағы мәғлүмәт урынлаштырылған. Яңы һүҙлек киң ҡатлам уҡыусылар – мәктәп уҡыусылары, турист-спортсылар, туристик фирма хеҙмәткәрҙәре, тыуған яҡ буйлап экскурсиялар ойошторған тәбиғәтте һөйөүселәр өсөн тәғәйенләнгән. Китаптың авторы – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың туризм буйынса спорт мастеры, Рус география йәмғиәте ағзаһы, Башҡортостандың почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе, БР Журналистар союзы ағзаһы Вадим Марушин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть