Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканың 26 районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән

Йәмғиәт

Башҡортостандың Күгәрсен районында аномаль эҫе һауа торошо, ҡоролоҡ сәбәпле хужалыҡтарҙа барлыҡҡа килгән ауыр хәл арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көндә ғәҙәттән тыш хәл режимы республиканың 26 муниципаль районында индерелгән.

Шулай итеп, Белорет, Ишембай, Баймаҡ, Әлшәй, Дәүләкән, Хәйбулла һәм Йылайыр райондарында ғәҙәттән тыш хәл режимы саранча арҡаһында индерелде.

Аномаль эҫе һауа торошо, ҡоролоҡ арҡаһында ауыл хужалығы культуралары һәләк булыу сәбәпле Көйөргәҙе, Баймаҡ, Ғафури, Дәүләкән, Әбйәлил, Тәтешле, Балаҡатай, Мишкә, Ҡариҙел, Өфө, Хәйбулла, Әлшәй, шулай уҡ Борай, Миәкә, Благовещен, Күгәрсен райондарында һәм Күмертауҙа ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде.

Бүздәк районында бындай режим — борсаҡлы ҡойма ямғыр яуыу, Стәрлетамаҡ районында — Наумовка ауыл советының Васильевка ауылы эргәһендә нефть ҡалдыҡтары түгелеү сәбәпле индерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть