6 декабрь, Шишәмбе

29 июль 2013 йыл, 14:30

Башҡорт батыры Эльбрус Ниғмәтуллин яңы донъя рекорды ҡуйҙы

автор: Людмила Терновая

Билдәле башҡорт спортсыһы, «донъяның иң көслө кешеһе» Эльбрус Ниғмәтуллин ете трамвайҙан торған составты ете метр алыҫлыҡҡа һөйрәп, яңы донъя рекорды ҡуйҙы. Рекорд ҡуйыу буйынса бындай үҙенсәлекле сара Силәбе ҡалаһының трамвай юлдарында ойошторолдо.

Эльбрус Ниғмәтуллиндың ауырлығы – 136 килограмм, ә алты трамвайҙың дөйөм ауырлығы 108 тоннанан ашыу тарта.

Урал атлеты йыл аҙағынаса йәнә бер рекорд ҡуйырға ниәтләй: Башҡортостандағы дуҫтарының тәҡдиме буйынса Эльбрус Ниғмәтуллин Өфөлә электр поезын һөйрәмәксе була.

темалар: рекордтар